Войти
Регистрация
Спроси ai-bota
В
Все
У
Українська література
Г
Геометрия
Д
Другие предметы
Э
Экономика
Г
География
О
ОБЖ
М
Математика
М
МХК
Х
Химия
Қ
Қазақ тiлi
Л
Литература
У
Українська мова
О
Обществознание
Ф
Физика
А
Английский язык
А
Алгебра
И
История
Б
Беларуская мова
Б
Биология
М
Музыка
П
Право
И
Информатика
П
Психология
В
Видео-ответы
Н
Немецкий язык
Ф
Французский язык
О
Окружающий мир
Р
Русский язык
Показать больше
Показать меньше
Danika38
15.04.2021 11:35 •
Математика
Напишите про республику башкортастан по башкирски
Ответ:
lukianova201720
07.10.2020 19:02
Минең тыуған ерем Башҡортостан- бай тәбиғәтле Урал тауҙарына урынлашҡан гүзәл ер.Башҡортостаныбыҙ - иҫ киткес матур һәм бай!
Башҡортостан борон-борнодан сәсән телле, бай рухлы, атай-олатайҙарыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле,бай тарихлы төйәк.Ниндәй генә ҡобайырҙарҙа маҡталмаған беҙҙең гәзиз еребеҙ.Күпте күргән, күпте кисергән атайсал!
Беҙҙең республикабыҙ бай , матур тәбиғәте менән генә түгел, ә күп милләтле булыуы менән дә айырылып тора.Төрлө милләт халыҡтары үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәйҙәр.Һәр милләт кешеһе үҙ телендә һөйләшергә , үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы.Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш.Юҡҡа ғына”Иле берҙәмдең-көнө берҙәм”, типәйтмәгәндәр.Минеңсә , миләттәр үҙ-ара дуҫ йәшәһә, уларҙы алдағы көндәрҙә лә бәхетле, яҡты тормош көтә.
Тыуған ер төшөнсәһен туган телһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.Минең туған телем - татар теле һәм мин үҙ телем менән ғорурланам, уны хөрмәт итәм.Үҙ туған телен белмәүсе кеше үҙенең тамырын онота, милләт вәкиле булыуҙан туҡтай.Шуның өсөн, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, киләсәк быуын тыуған илендә йәшәһен,үҙ туған телендә һөйләшһен өсөн , ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәгән.Әммә туған телен һаҡлап ҡалған.
Был йәһәттән беҙҙең хөкүмәтебеҙ тарафынан бик күп эштәр башҡарыла.Ун ете йыл инде республикабыҙ суверенитет шарттарында йәшәй, ”Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың телдәре тураһында” закон ҡабул ителде, балаларҙы әсә телендә уҡытыуға иғтибар артты, башҡорт теле дәүләт теле статусын алды.
Беҙҙең Иҫке Ҡормаш урта ғөмүми белем биреү мәктәбендә лә 2006-2007-се уҡыу йылынан башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла башланы.Беҙҙә был дәрестәр бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә.Тел дәрестәрендә беҙ башҡорт теленең үҙенсәлекле яҡтары менән танышһаҡ,әҙәбиәт дәрестәре беҙҙе сихри бер доньяға алып кереп китә.Бында беҙ тыуған Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллегенә дан йырлаған,уның матурлығына таң ҡалған, теле, халҡы менән ғорурланған, уның яҙмышы өсөн борсолған ҡүренекле яҙыусы һәм шағирҙар ижады менән танышабыҙ.Минең үҙемә бигерәк тә Зәйнәп Биишеваның, Рәми Ғариповтың, Н.Мусиндың һәм Ринат Ҡамалдың ижаттары оҡшай.Башҡорт телен өйрәнә башлағас, беҙ әлегә ҡәҙәре белмәгән башҡорт яҙыусыларының ижады менән таныштыҡ.Шулай уҡ беҙҙең мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы,яҙыусыларҙың юбилейҙарына арналған кисәләр, шиғыр һәм инша конкурстары, уҡылған әҫәрҙәр буйынса диспуттар һ.б. саралар үтә.Үткән уҡыу йылында миңә районда үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Мин “Урал батыр” эпосынан 200 юлды яттан һөйләп , маҡтау грамотаһы менән бүләкләндем. Ошо яҙгандарыма нәтижә яһап, мин башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарата үҙ фекеремде әйткем килә.Башҡортостан ерендә йәшәгәс, беҙ уның телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп, ихтирам итергә тейешбеҙ.Уның бөгөнгөһө, үткәне менән ҡыҙыҡһынырға, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн, бөгөн доньяға айыҡ аҡыл менән ҡарарға, хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк.Халҡыбыҙҙың киләсәге беҙҙең ҡулда.Минеңсә, илһеҙ ,телһеҙ милләт булмай,шуның өсөн - иң тәүҙә телде белергә кәрәк.
Туған татар телен,үҙең йәшәгән дәүләттең телен дә белеү, уны өйрәнеү- һинең тәрбиәле , уҡымышлы, әхлаҡлы булыуыңды ҡүрһәтә, туғандаш башҡорт һәм татар дуҫлығын тағы ла нығыта.
0,0
(0 оценок)
Популярные вопросы: Математика
diana9996
01.10.2022 18:10
Скажите численость населения в 1950 и 2010 годах в омске, москве и екатерембугре...
nazek121992
01.10.2022 18:10
Сколько минут в часе? какую часть часа составляет 1 мир; 7 мин; 15мин?...
nyutadavdova200
01.10.2022 18:10
Решите графически систему уравнений: у=х^2+2х 4у+ху=4...
mirafill
01.10.2022 18:10
На рисунке изображён параллелепипед. скопируй этот чертёж в тетрадь 4)запиши обозначение граней параллелепипеда с общим ребром dm. какая из этих граней видимая? какая...
angel0000l
01.10.2022 18:10
А) плошадь огорода квадратной формы равна 1600м2 найди длину его стороны. б) периметр огорода квадратной формы равен 120 м. найди длину его стороны....
динара1316
01.10.2022 18:10
Найдите окружность круга радиус которого равен 4,25 дм а число пи приближённо равно 3,14...
ZakAnyta
01.10.2022 18:10
Міжміський автобус сполученням київ хмельницький виїхав з київа об 11 год і прибув до хмельницького о 4 год дня . з якою швидкістю рухався автотобус якщо відстань між...
Каролина9999
01.10.2022 18:10
После того как в трёхлитровую банку положили овощи в неё доверху долили 200 кубических сантиметров рассола какой объем овощей в пяти таких банках...
Polymesiz
01.10.2022 18:10
Запиши сколько всего сотен в числе 3 789 331...
elizaveta4256
01.10.2022 18:10
Найдите значение выражения; (12³-9³): (12-9). (6²+²)² решите...
Полный доступ
Позволит учиться лучше и быстрее. Неограниченный доступ к базе и ответам от экспертов и ai-bota
Оформи подписку
О НАС
О нас
Блог
Карьера
Условия пользования
Авторское право
Политика конфиденциальности
Политика использования файлов cookie
Предпочтения cookie-файлов
СООБЩЕСТВО
Сообщество
Для школ
Родителям
Кодекс чести
Правила сообщества
Insights
Стань помощником
ПОМОЩЬ
Зарегистрируйся
Центр помощи
Центр безопасности
Договор о конфиденциальности полученной информации
App
Начни делиться знаниями
Вход
Регистрация
Что ты хочешь узнать?